Альмухаметовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Өлгөлө фермер хужалыҡтарында

/ Просмотров: 13
Өлгөлө фермер хужалыҡтарында

Районда ит һәм һөт малсылығын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Һуңғы йылдарҙа малсылыҡ менән шөғөлләнергә йөрьәт иткән фермерҙарҙың, шәхси предприятиеларҙың арта барыуы, булғандарының артабан үҫешеп, һәйбәт нәтижәләргә өлгәшеүе ҡыуаныслы. Быға, әлбиттә, ауыл хужалығы продук-цияһы етештереү менән шөғөлләнгәндәргә хөкүмәт тарафынан бирелгән грант һәм субсидиялар булышлыҡ итә. Малсылыҡ буйынса үткән сираттағы район кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар һөҙөмтәле эшләгән фермерҙар В. П. Серпков менән Р. Р. Юлдыбаевтарҙың хужалыҡтарында булып, уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.