Альмухаметовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Аттар елде ҡар туҙҙырып...

/ Просмотров: 55
Аттар елде ҡар туҙҙырып...

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Әбйәлил районының Әбдрәш ауылында “Сәләмәт ауыл” байрамы гөрләп үтте. Был үҙенсәлекле һәм тәрбиәүи сараны ойоштороуға урындағы халыҡ һәр саҡ дәррәү, әүҙем күтәрелгән.

Әбдрәш ауылы Ҡыҙыл йылғаһын һыулай. Улар ошо йылға буйында килгән ҡунаҡтарҙы әләмдәр болғап ҡаршыланы һәм байрам түренә тиклем оҙатып барҙы.

“Бөгөн ауылыма айырыуса ҡанатланып, ҡабаланып ҡайттым. Ғорурланып ҡайтып төштөм! – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Эльвира Сирусина. – Көрәй урамында халыҡ геү килә. Ат сабышы бара лабаһа! Ҡунаҡтарҙың күплегенә иҫ китте”.

Ә ҡунаҡтар Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Учалы, Баймаҡ райондарынан, эргә-тирәнән килгән. Ярыштар үткәс, барыһын да ҡорбан ашына саҡырғандар. Ҡунаҡтар үҙ сиратында рәхмәт уҡып, изге теләктәрен теләп ҡайтыр юлға сыҡҡан. Ә кисен Әбдрәштә салют аттырғандар.