Альмухаметовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһы көнө менән!

/ Просмотров: 16
Башҡортостан Республикаһы көнө менән!

Булат ауылында 11 октябрь Республика көнөнә арнап «Күңелле старттар» уйыны үткәрҙек.  Элекке мәктәп ихатаһында, көн һалҡын булыуға ҡарамай, байтаҡ кеше йыйылды. Балалар, ололар бергә ике командаға бүленеп төрлө уйындар үткәрҙеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Әнисә Нафиҡова бөтә күңелен һалып ойоштороп йөрөнө. Әлмөхәмәт ауыл советы хәкимиәтенең йәштәр эштәре буйынса белгес Батталова Әлиә фотоға төшөрҙө. Аҙағынан күмәкләшеп сәй эсеп, күңелдәр күтәрелеп, таралыштылар.

Кискеһен Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары концерт ҡуйҙылар. Ауыл ҡыҙҙары Фәнилә Ғумәрова моңло йырҙарын, Розалия Мортазина бейеү әҙерләгән ине.

Сибайҙа йәшәүсе Рим Һәетҡолов дискотека ойошторҙо. Бына шулай Республика көнөнә арнап ойошторолған саралар шаулап-гөрләп үтеп тә китте.

Клуб мөдире Ф.Шәрипова һүҙҙәре.