Альмухаметовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Булат ауылы “Нептун байрамы”

/ Просмотров: 39
Булат ауылы “Нептун байрамы”

 

Булатта “Нептун Байрамы” үтте. Билдәләнгән көнгә Ҡыҙыл йылғаһы буйына, олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Ҡаршы ярҙан, ағастар араһынан Һыу эйәһе килеп сыҡҡас, китте шау-шыу, ығы-зығы. Был ролде Йәноҙаҡ Итекәев бик оҫта башҡарҙы. Оҙон һары сәскә тиклем табып ҡуйған, килешле оҙон юбкала һыуға ҡырын төшөп ятып алды. Вәсилә Итекәева, Әнисә Нафиҡова, Гөльназ Итекаева, Рәйлә Ғүмәрова балаларға төрлө уйындар, ярыштар үткәрҙеләр. Балаларға күңелле булһын өсөн бар көстәрен һалдылар, үҙҙәре лә бергә уйнанылар. Һыу эсендә волейбол уйнау бигерәк ҡыҙыҡ булды. Һыу ағымы буйлап үрҙән кәмәлә Нептун (Фәхрислам  Итекәев) килеп сыҡты. Фәхрислам ағай балыҡсы, балыҡҡа, йылға буйына сыҡмаған көнө юҡ. Был юлы Фәхрислам ағай балаларға кәмәлә йөрөргә рөхсәт итте. Байрамда ҡатнашыусылар рәхәтләнеп һыу төштөләр, балалар күңелдәре булғансы уйнанылар.

Клуб мөдире Фатима Шәрипова .