Альмухаметовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Булатта «Зарница» уҙҙы

/ Просмотров: 19
Булатта «Зарница» уҙҙы

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы булаттар бөгөн «Зарница» хәрби-патриотик уйынын ойошторҙо.

Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған көнөнә бағышланды.

Мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һынауҙарҙан торған уйынды үҙ-ара ғына уйнағанда ҡыҙыҡ та булмаҫ ите. Шуға күрә булаттар ҡунаҡҡа «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашыусы әбдрәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. «Булат ғәскәре» һәм «Нуғай пионерҙары» командары араһындағы сәмле ярышта дуҫлыҡ еңде.