Альмухаметовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Иман йорто-ауыл ҡото.

/ Просмотров: 16
Иман йорто-ауыл ҡото.

Мәшһүр яҡташыбыҙ , Әлмөхәмәт мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы , күренекле мәғрифәтсе шәйех һәм арҙаҡлы дин әһеле
Ноғоман улы Ғәбделханнан ишан 1850 йылда Әлмөхәмәт ауылында ( элекке Бөрйән волосының Ҡолбаҡты ауылы) тыуған. Уның иҫтәлегенә арналған Хәтер һәм Ҡәҙер дини сара Әлмөхәмәт мәсетен асылыуға 20 йыл тулыу айҡанлы үтте. Дин әһеле Ғәбделханнан ишан исемен йөрөткән мәсеткә Урал аръяғы райондарынан, Магнитогорск, Белорет һәм райондың ауыл имам-хатиптары, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Ишандың бүләһе Мәсәлимов Рафаэль Барый улы , башҡа ҡан-ҡәрҙәштәре уның тураһында иҫтәлектәр менән бүлеште. Балалар Ғәбделханнан ишанға арналған шиғырҙарын һөйләнеләр, ағинәйҙәр мөнәжәттәрен йырлап ишеттерҙеләр. Район Советы депутаты Ғәзизов Ҡотдос Мәһәҙей улы арҙаҡлы дин әһеленә арналған Хәтер һәм Ҡәҙер тантанаһын ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ ауылдың имам-хатибы Сәйетбатталов Рәсүл мулла һәм Хәмитов Шәфиҡ Ғәле улы мәсеттең 20 йыллыҡ тарихына байҡау яһап, сығыш яһанылар. Ҡунаҡтар ауылдың ҡәберлегендә ерләнгән Ғәбделханнан ишанға зыярат ҡылды. Ошо дини байрам уңайынан 3 ҡорбан салынды һәм мәктәптә аят ашы ойошторолдо.

 Ғәбделханнан мәсетендә
Аҙандар яңғырап тора
Халҡыбыҙҙы изгелеккә
Иманға әйҙәп тора

Мосолмандарҙың изге байрамы- Ҡорбан ғәйетен Әлмөхәмәттә йәшәүселәр ҙур күтәренкелек менән ҡаршы алды. Иртән иртүк байрамса кейенгән халыҡ мәсеткә ағылды . Изге йорттоң имам-хатибы йыйылған халыҡты байрам менән ҡотланы, вәғәз һөйләне,Ҡорбан ғәйетенең мәғәнәһе нимә булыуын аңлатты. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаның байрамға килеүе , ҡорбан салыуы дин әһеле Ғәбделханнан ишандың исемен йөрөтөүсе Әлмөхәмәт мәсетенең мәртәбәһен арттырҙы. Ул халыҡҡа был изге байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, ҡот һәм муллыҡ килтерһен, тип теләне һәм табынды әҙерләшеүсе ҡыҙҙарыбыҙға оло рәхмәтен белдерҙе. Әлмөхәмәт ауылы республикаға билдәле шәхестәр биргән ауыл. Арҙаҡлы яҙыусыларға арналған Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов , Рәмил Ҡолдәүләттең әҙәби музейы ҡунаҡтарҙа оло тәьҫораттар ҡалдырҙы. Музей етәксеһе Рәсимә Сәфәрғәле ҡыҙы ауылдаштары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне.

Ноғоман улы Ғәбделханнан ишандың Әминғыуаҡ шишмәһе янында йәйләүе була. Халыҡ телендә ҡышҡыһын да туңмаған был шишмәнең шифаһы Ханнан хәҙрәттең ҡөҙрәте , тиҙәр.

Мәсеттең имам -хатибы Сәитбатталов Рәсүл хәҙрәт