Альмухаметовский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Сәләмәт ауыл-2019.

/ Просмотров: 27
Сәләмәт ауыл-2019.

 

Бөтә ауыл менән санғыға! Районда өсөнсө йыл рәттән Сәләмәт ауыл конкурсы уҙғарылып килә. Быйыл был конкурста Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәтенең Булат ауылы ҡатнаша.

23 февраль – Ватанды Һаҡлаусылар көнөндә, саңғы ярышы үтте. Ауылдың старостаһы Сәғит Нафиҡов 7 пар саңғы алып килде, үҙҙәренең саңғылары менән килеүселәр ҙә булды. Ярышты синыфташ ҡыҙҙар Динара Нафикова менән эльза Итекәева башлап ебәрҙеләр. Уларҙан һуң малайҙар старт алды.Тәүге өс урынды Ридель Мортазин, Данис Байрамғолов, Азамат Муллагильдин бүлештеләр. Сират ҡатын-ҡыҙҙарға етте.Баштан уҡ ҙур тиҙлектә Рәзилә Ғәниева алға сыҡты, икенсе булып МГТУ студенты Рәүиә Нафиҡова килде, өсөнсө урынға хаҡлы ялдағы уҡытыусы Нәсимә Загитовна сыҡты. Ир егеттәр араһында Янузак  Итекәев берәүгә лә ал бирмәне. Әйткәндәй, Йәноҙаҡ ауылда үткән бөтә сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Ир егеттәрҙең бөтәһенә лә, байрам уңайынан, 1-се 2-се 3-сө урынға медальдар, почет грамоталары тапшырылды. Кискеһен клубта дискотека 80-х үтте. Клуб мөдире Фатима Шәрипова  үҙ эшен яратып күңелен һалып эшләй. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, әрме сафында хеҙмәт иткән элекке һалдаттарҙың фотоларынан стена газетаһы эшләне.

Ғинуар аҙағында Ҡыҙыл йылғаһында, боҙҙа хоккей ярышы үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-аттар үҙ-ара ике командаға бүленеп сәкән һуҡтылар. Ир-егеттәр араһында ярыш бигерәк көсөргәнешле булды, хатта бала-сағаларҙы ситкәрәк алып китергә тура килде. Бөтәһе лә ҡәнәғәт булып, тағы ла осрашып, сәкәт һуғырға килештеләр.

2019 йылды, Булат ауыл халҡы, сәләмәт йәшәү өлгөһөн алға ҡуйып, дәррәү башлап ебәрҙе. Киләсәктә лә ошо башланғыстар туҡланып ҡалмаһын ине, тип теләргә ҡала.